Куреш в Аллагувате
Январь 10, 2025
Просмотров: 415
03 ноябрҙә Аллағыуат ауылы мәктәбендә Бикташев Айбулат Владик улы һәм Ҡолһарин Алфред Әнүр улы иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса турнир үтте. Турнирҙа Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондарынан һәм Стәрлетамаҡ Ишембай, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан 160 көрәшсе ҡатнашты. Команда беренселегендә беренсе урынды Стәрлебаш районы яулаһа, икенсе урынға Стәрлетамаҡ ҡалаһы спортсылары дәғүә итте. Ә 3 урынды Мәләүез ҡалаһы яуланы. Турнирҙа ҡатнашҡан һәр бер көрәшсегә ҙур рәхмәт еткерәһе килә һәм еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
#дюсшстб
#дюсшстб